

Красноусол үҙәк район дауаханаһы автопаркы тулыланды – ике LADA NIVA TRAVEL автомобиле ҡайтарылды.
#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан
Яңы автомобилдәр пациенттарҙы тикшеренеү һәм процедуралар үткәреү өсөн учреждениеға алып килеү, участка терапевтарын һәм белгестәрҙе өйҙә хеҙмәтләндереүгә алып барыу, шулай уҡ тикшереүгә биоматериалдар алыу һәм башҡа беренсел медицина-санитар ярҙам күрһәтеү өсөн ҡулланыласаҡ, тип хәбәр итә БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте.
Автомобилдәр “Һаулыҡ һаҡлау” милли проекты буйынса алынған.
“Был заманса, яҡшы йыһазландырылған машиналар ҡатмарлы юл шарттарында ла эшләү өсөн иҫәпләнгән”, – ти дауахананың баш табибы Хәкимйән Сәфәрғолов.
Фото һәм сығанаҡ – https://contenta.info/press_releases/516474#scroll.