+30 °С
Облачно
Милли проекттар
18 Июля 2023, 04:00

Аҡъярҙа бассейн асылды

Объекттың дөйөм майҙаны 835 квадрат метр тәшкил итә. Унда сменаһына 30 кеше йөрөй ала. #миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан

Аҡъярҙа бассейн асылдыАҡъярҙа бассейн асылды
Аҡъярҙа бассейн асылды

Объекттың дөйөм майҙаны 835 квадрат метр тәшкил итә. Унда сменаһына 30 кеше йөрөй ала.

#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан

 

Хәйбулла районы үҙәге Аҡъярҙа яңы бассейн ишеген асты, тип хәбәр итә БР Спорт министрлығының матбуғат хеҙмәте. Спорт комплекты төҙөү “Демография” милли проекты маҡсаттарына һәм бурыстарына тап килә.

Объекттың дөйөм майҙаны 835 квадрат метр тәшкил итә. 25 метр оҙонлоғондағы бассейн дүрт йөҙөү юлына иҫәпләнгән. Унда сменаһына 30 кеше килә ала.

“Бындай спорт комплексы киләсәктә район һәм республика кимәлендә генә түгел, төбәк-ара ярыштар ҙа үткәрергә булышлыҡ итә. Аҡъяр ауылында был тәүге бассейн. Спорт, бигерәк тә йөҙөү менән шөғөлләнеүселәр һаны бермә-бер артыр, тип ышанам. Бассейн көн һайын эшләйәсәк”,  – ти республиканың спорт министры Руслан Хәбибов.

Фото һәм сығанаҡ –  https://contenta.info/press_releases/515555#scroll.

Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас