

Башҡортостанда мәшғүллек үҙәктәрен яңыртыу һөҙөмтәһендә эш эҙләү ваҡыты ике тапҡырға кәмегән.
#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан
Был хаҡта БР Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итә.
2019 йылда Башҡортостан Рәсәйҙең “Демография” милли проекты сиктәрендә баш алған “Хеҙмәт етештереүсәнлеген үҫтереүҙе тәьмин итеү өсөн мәшғүллеккә булышлыҡ итеү һәм хеҙмәт баҙары һөҙөмтәлелеген арттырыу” федераль проектына ҡушылған 16 субъекты араһына ингән.
Был программаны тормошҡа ашырыу Стәрлетамаҡ, Нефтекама ҡалаларындағы, Өфөнөң Орджоникидзе районындағы мәшғүллек үҙәктәрен тулыһынса заманса “Рәсәйҙә эш” кадрҙар үҙәгенә әйләндерергә булышлыҡ итә.
Өс үҙәкте яңыртыуға федераль һәм республика ҡаҙнаһынан 85 миллион һум самаһы аҡса бүленә. Тышҡы үҙгәрештәрҙән тыш, модернизация мәшғүллек үҙәктәре эше күрһәткестәрен дә яҡшыртырға булышлыҡ итә.
Фото һәм сығанаҡ – https://contenta.info/press_releases/514829#scroll.