

Саҡмағош районы Үрнәк ауылы китапханаһында төрлө саралар үткәрелеп тора. Сираттағыһы – “Мөғжизәле планетабыҙ” экологик панорамаһы.
#миллипроект #национальныепроекты #нацпроекты #нацпроектыБашкортостан
Китапханасы балалар менән тәбиғәт, тирә-яҡ мөхитебеҙ тураһында әңгәмәләште, тип хәбәр итә Саҡмағош районы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге. Башҡортостан республикаһы, тыуған ауылы тәбиғәте, йәнлек-ҡоштары, үҫемлектәр донъяһы, уларҙы һаҡлау тураһында һөйләшәләр.
“Мәҙәниәт” милли проектының “Мәҙәни мөхит” федераль проекты сиктәрендә үткән сара Бөтә донъя тирә-яҡ мөхитте һаҡлау көнөнә арнала.
“Бөтә донъя берләшкәндә генә тирә-яҡ мөхитебеҙҙе һаҡлауҙа, экологик мәсьәләләрҙе хәл итеүҙә уңыштарға ирешә алабыҙ. Бөгөн балалар үҙҙәре өсөн күп ҡыҙыҡлы һәм файҙалы мәғлүмәт алды”, – ти китапханасы Зөлфиә Низамова.
Фото һәм сығанаҡ – https://contenta.info/press_releases/502777#scroll.