

Республика пенсионерҙарының VIII Спартакиадаһы үтте.
#миллипроект #национальныепроекты #нацпроекты #нацпроектыБашкортостан
Борайҙа республика пенсионерҙарының VIII Спартакиадаһының муниципаль этабы уҙҙы.
“Демография” милли проектының “Оло быуын” федераль проекты сиктәрендә ойошторолған сараға 60 йәштән оло ир-егеттәр һәм 55-тән уҙған ҡатын-ҡыҙҙар саҡырыла.
Спортсылар еңел атлетика, йөҙөү, шахмат, дартс, атыу буйынса ярышты, шулай уҡ ГТО нормативтары ла тапшырҙы, тип хәбәр итә Борай район хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге. Иң-иңдәр Николо-Березовкаға, Спартакиаданың икенсе этабына юллана. Бында республиканың төрлө район һәм ҡалаларынан 160 кеше ҡатнаша.
“Намыҫлы көрәш һәм татыу аралашыу хөкөм һөрҙө ярышта. Йыйылма командабыҙға берҙәмлеге, татыулығы өсөн ҙур рәхмәт белдерәм”, – ти Борай районы Ветерандар советы рәйесе Фирдүс Хәбиб улы.
Фото һәм сығанаҡ – https://contenta.info/press_releases/513289#scroll.