+30 °С
Болотло
Милли проекттар
13 Июль 2023, 08:07

Дәүләт ярҙамы дәрт бирә

Мәләүездән Альберт Ибраһимов – район хакимиәтендә уҙғарылған “Эшҡыуарлыҡ сәғәте” кәңәшмәһендә тәүге ҡатнашыусыларҙың береһе. Уның стоматология клиникалары уңышлы эшләп килә. #миллипроект #национальныепроекты #нацпроекты #нацпроектыБашкортостан

Дәүләт ярҙамы дәрт бирәДәүләт ярҙамы дәрт бирә
Дәүләт ярҙамы дәрт бирә

Мәләүездән Альберт Ибраһимов – район хакимиәтендә уҙғарылған “Эшҡыуарлыҡ сәғәте” кәңәшмәһендә тәүге ҡатнашыусыларҙың береһе. Уның стоматология клиникалары уңышлы эшләп килә.

#миллипроект #национальныепроекты #нацпроекты #нацпроектыБашкортостан

 

Ике йыл элек ул ҡалала эшләп килгән бер нисә стоматология кабинетын яңыртырға ниәт итә. Тағы ла балалар стоматологияһы асырға хыяллана. Йүнсел уйлағанын тормошҡа ашыра. Дәүләт ярҙамы уға медицина ҡорамалдары алыуға киткән сығымдарын ҡапларға булышлыҡ итә. Субсидия үҫешергә дәрт бирә.

Хәҙер Альберт Ибраһимовтың клиникалар селтәрендә 17 кеше эшләй. Күптән түгел йүнсел тағы ла “Эшҡыуарлыҡ сәғәте”нә килде. Клиника биналары ҡуртымға килешелгән, хәҙер уларҙы һатып алырға кәрәк, тип хәбәр итә Мәләүез районы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге. Был юлы ла мәсьәлә хәл ителә. “Башҡорт микрокредит компанияһы” менән бәйләнешкә инәләр, эшҡыуар льготалы заем ала.

“Эшҡыуарлыҡ сәғәте” “Кесе һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү” милли проекты сиктәрендә ойошторола. Унда теләгән һәр кем ҡатнаша ала.

 

Фото һәм сығанаҡ – https://contenta.info/press_releases/512339#scroll.

 

Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас