

Ул “Содовик” стадионы артында урынлаша.
#миллипроект #национальныепроекты #нацпроекты #нацпроектыБашкортостан
Парктың дөйөм майҙаны 458 мең квадрат метр тәшкил итә. Был урынды халыҡ ярата, шуға ла уңайлы ял итеү һәм спорт күнекмәләре яһау урыны булдырырға ҡарар ителә.
Әле видеокүҙәтеү һәм яҡтылыҡ системалары ҡуйылған да инде. Паркта йүгереү, скандинав таяҡтары менән йөрөү уңайлы. Бөтә йүнәтеү эштәре быйыл тамамлана, тип көтөлә.
Паркты булдырыу “Демография” милли проектының “Спорт – йәшәү рәүеше” федераль проекты маҡсаттарына тап килә. Саңғы һәм роллер трассаһы “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проекты буйынса төҙөкләндерелә.
Фото һәм сығанаҡ – https://contenta.info/press_releases/512236#scroll.