

Йылайыр районы йүнселе Марат Абдуловтың ниәттәре ҙур.
#миллипроект #национальныепроекты #нацпроекты #нацпроектыБашкортостан
Марат Абдуловтың ҡымыҙ фермаһын тыуған Йылайыр районында ғына түгел, тирә-яҡ төбәктәрҙә лә беләләр. Уның ҡымыҙын тәмләп ҡарау өсөн Санкт-Петербургтан, Һамар, Ырымбур өлкәләренән, Татарстандан да киләләр. Шифалы эсемлеккә һорау күп, был етештереү күләмен арттырыу хаҡында ниәттәр ҡороуға килтерә, тип хәбәр итә БР Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәте.
– Көн һайын 200 – 250 литр ҡымыҙ етештерәбеҙ, тик ҙур ҡала баҙарҙарына сығыр өсөн тағы ла күберәк кәрәк. Беҙҙең эсемлекте тәмләп ҡарарға теләгәндәр һаны арта. Мәсьәләне хәл итеүҙә тәүге осорҙа ғаилә фермаһы үҫешенә грант ярҙам итте. Хужалығыбыҙ 2016 һәм 2021 йылдарҙа ике тапҡыр конкурс программаһында ҡатнашты. Дөйөм алғанда 12 миллион һум грант аҡсаһы алдыҡ. Дәүләт ярҙамы башҡорт тоҡомло аттар һанын ике тапҡыр арттырырға мөмкинлек бирҙе, ҡымыҙ цехы төҙөй башланыҡ, кәрәкле ҡорамалдар, техника алдыҡ, – тип һөйләй фермер.
1998 йылда йылҡысылыҡ менән шөғөлләнә башлағанда фермерҙың 20 баш малы була. Хәҙер уларҙың һаны йөҙҙән ашыу, 70 бейәне һауалар. Фермала мал аҙығы әҙерләү өсөн бар кәрәкле техника бар. Ҡымыҙ бешеү өсөн ағас цех, хеҙмәткәрҙәргә йәшәргә уңайлы йорттар ултыртылған. Хужалыҡта алты кеше эшләй: ике һауынсы, өс йылҡы ҡараусы, тракторсы.
– Етештереү технологияһы мөһим. Беҙ эш барышын ентекле күҙәтәбеҙ, традицион ысулдар буйынса ҡымыҙ бешәбеҙ. Бейәләрҙе ике сәғәт һайын һауабыҙ. Малдарҙы туҡландырыуға ҙур иғтибар бүленә. Йылҡы көтөү, шулай уҡ мал аҙығы әҙерләү өсөн мең гектар майҙанлы еребеҙ бар, – тип бүлешә фермер.
Киләсәктә хужалығын киңәйтергә, заманса ҡымыҙ бешеү цехы булдырырға, ҡымыҙ эшләүҙе көнөнә 300-400 литрға еткерергә, йыл әйләнәһенә етештерергә йыйына йүнсел.
Фото һәм сығанаҡ – https://contenta.info/press_releases/501834#scroll.