+30 °С
Облачно
Милли проекттар
10 Июля 2023, 05:34

Ағиҙел күркәмләнә

Ҡала халҡы үҙгәрештәрҙе күреп ҡыуана – яңыртылған урындарҙан кеше өҙөлмәй. #миллипроект #национальныепроекты #нацпроекты #нацпроектыБашкортостан

Ағиҙел күркәмләнәАғиҙел күркәмләнә
Ағиҙел күркәмләнә

Ҡала халҡы үҙгәрештәрҙе күреп ҡыуана – яңыртылған урындарҙан кеше өҙөлмәй.

#миллипроект #национальныепроекты #нацпроекты #нацпроектыБашкортостан

 

 “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проектының “Уңайлы ҡала мөхите булдырыу” федераль программаһы сиктәрендә 2021 йылда ҡалала Сәскәле бульвар төҙөкләндерелә. Был урын – ҡала кешеләренең яратҡан ере. Сәскә түтәлдәре  күҙҙе иркәләй, ял итергә уңайлы эскәмйәләр ҡуйылған. Сүп һауыттары урынлаштырылған, тротуарҙар һәм автомобиль юлдары йүнәтелгән.

Үткән йылда милли проект буйынса 1-се мәктәптән алып Комсомол бульварына тиклемге урын йүнәтелде, ә быйыл Сәскәле бульварҙан алып Еңеү мемориалынаса биләмәлә ремонт яһала, тип хәбәр итә Ағиҙел ҡалаһы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге.

Ҡала халҡы үҙгәрештәрҙе күрә, ҡыуана. Яңыртылған урындарҙан кешеләр өҙөлмәй.

Фото һәм сығанаҡ – https://contenta.info/press_releases/508286#scroll.

Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас