+30 °С
Болотло
Милли проекттар
10 Июль 2023, 06:28

100 квадрат метрҙан ашыу майҙанда төрлө тренажерҙар ҡуйылған

Мәләүез ҡалаһында ГТО нормаларын тапшырыу өсөн заманса майҙансыҡ эшләнде. #миллипроект #национальныепроекты #нацпроекты #нацпроектыБашкортостан

100 квадрат метрҙан ашыу майҙанда төрлө тренажерҙар ҡуйылған100 квадрат метрҙан ашыу майҙанда төрлө тренажерҙар ҡуйылған
100 квадрат метрҙан ашыу майҙанда төрлө тренажерҙар ҡуйылған

Мәләүез ҡалаһында ГТО нормаларын тапшырыу өсөн заманса майҙансыҡ эшләнде.

#миллипроект #национальныепроекты #нацпроекты #нацпроектыБашкортостан

 

Заманса спорт майҙансығы Башҡортостан Спорт министрлығы булышлығында башҡарыла, федераль ҡаҙнанан аҡса йәлеп ителә.

Спорт-технологик ҡорамалдар “Демография” милли проектының “Спорт – йәшәү рәүеше” төбәк проекты буйынса алынды, тип хәбәр итә Мәләүез районы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге.

Күп функциялы майҙансыҡ ҡаланың “Дан” мәҙәниәт һәм ял паркында урынлашҡан. Бында олоһо ла, кесеһе лә теләп килә, күнекмәләр яһай.

100 квадрат метрҙан ашыу майҙанда төрлө тренажерҙар ҡуйылған. Бында шулай уҡ ГТО нормативтары тураһында мәғлүмәттәр урынлаштырылған, ир-егеттәр, ҡатын-ҡыҙҙар йәки балалар нисә тапҡыр күнекмә эшләргә тейешлеген хәҙер интернеттан эҙләп тораһы түгел.

Фото һәм сығанаҡ –  https://contenta.info/press_releases/506951#scroll.

Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас