+30 °С
Болотло
Милли проекттар
5 Июль 2023, 09:07

Башҡортостан 258,6 миллион һум федераль субсидия ала

Был аҡса туристар өсөн модулле өйҙәр булдырыуға тәғәйенләнә. #миллипроект #национальныепроекты #нацпроекты #нацпроектыБашкортостан

Башҡортостан 258,6 миллион һум федераль субсидия алаБашҡортостан 258,6 миллион һум федераль субсидия ала
Башҡортостан 258,6 миллион һум федераль субсидия ала

Был аҡса туристар өсөн модулле өйҙәр булдырыуға тәғәйенләнә.

#миллипроект #национальныепроекты #нацпроекты #нацпроектыБашкортостан

 

Федераль субсидия “Туризм һәм ҡунаҡсыллыҡ индустрияһы” милли проекты сиктәрендә бүленә.Был аҡса 16 инвестиция проектын тормошҡа ашырыуға йүнәлтелә.

Конкурсҡа Рәсәйҙең 79 төбәгенән проекттар тапшырыла. Башҡортостан федераль субсидия алыусы 38 төбәк иҫәбенә инә, тип хәбәр итә БР Эшҡыуарлыҡ һәм туризм министрлығының матбуғат хеҙмәте. Һайлап алынған проекттар араһында Шишмә районында Башҡорт аты үҙәге янында глэмпинг, Ишембай районында агротуристик комплекс, Әбйәлил районында йыл әйләнәһенә эшләгән глэмпинг төҙөү бар. Шулай уҡ Белорет, Ейәнсура, Иглин, Илеш, Нуриман, Стәрлетамаҡ, Туймазы, Шаран райондарындағы турист базаларында номер фондтары арта, Әбйәлил, Белорет, Ғафури, Ҡариҙел райондарында глэмпингтарҙың үҫешеүе көтөлә.

Фото һәм сығанаҡ – https://contenta.info/press_releases/506905#scroll.

Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас