

Бәләбәйҙәр тыуған ҡалаһына яңы ҡараш менән баға.
#миллипроект #национальныепроекты #нацпроекты #нацпроектыБашкортостан
Бәләбәй районы музейҙарында “Мәҙәниәт” милли проекты сиктәрендә белем биреү программалары эшләнелә. “Тарих яныбыҙҙа” программаһы ла шундайҙарҙан. Ул Бәләбәй тарих-тыуған яҡты өйрәнеү музейында тормошҡа ашырыла.
Программа сиктәрендә музей хеҙмәткәрҙәре тыуған ҡала тарихы менән танышыуға һәм өйрәнеүгә йүнәлтелгән экскурсиялар, саралар үткәрә. Балалар һәм үҫмерҙәр бигерәк тә “Өйәҙ ҡалаһы Бәләбәй” һәм “Еңеү салюты” йәйәү йөрөү программаларын үҙ итә. Экскурсияларҙың маршрутына Бәләбәйҙең тарихи өлөшөндә йөрөү, “Ватанды һаҡлаусыларға” мемориаль комплексына барыу, урамдарҙың исемдәре, һаҡланып ҡалған архитектура ҡомартҡылары, ҡала тарихы менән танышыу инә.
– Бындай экскурсиялар бик ҡыҙыҡлы, тыуған ҡалабыҙ тураһында бик күп яңы мәғлүмәт алдыҡ, – ти Бәләбәй гуманитар-техник колледжы студенты Эллада Арыҫланова.
– Һәр сәйәхәт ҡаланың тарихы, мәҙәниәте, билдәле кешеләре менән таныштыра һәм көндәлек тормошта иғтибар ҙа итмәгән әйберҙәргә башҡаса ҡарарға мөмкинлек бирә, – ти Бәләбәй медицина колледжы уҡытыусыһы Наталья Капустина.
Фото һәм сығанаҡ – https://contenta.info/press_releases/498751#scroll.