

Үрге Тәтешле ауылында стритбол буйынса ярыш үтте.
#миллипроект #национальныепроекты #нацпроекты #нацпроектыБашкортостан
“Демография” милли проектының “Спорт – тормош рәүеше” төбәк проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә үткән сарала алты команда ҡатнаша.
Стритбол – баскетболдың миниатюр версияһы ғына түгел, үҙенсәлекле йүнәлеше ул. Бында ҡатнашыусылар аҙыраҡ, уйын майҙаны ла бәләкәйерәк.
Егеттәр күңелен һалып уйнаны, сослоғон, етеҙлеген күрһәтте, еңеүҙе “СОИ” командаһы яуланы, тип хәбәр итә Тәтешле районы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге.
“Командала бер-береңде аңлау, татыулыҡ, даими күнекмәләр үткәреү һәм үҙеңде яҡшыға көйләү – еңеүгә килтергән юл ошо”, – ти баскетбол буйынса тренер Илгиз Шакиров. Ул йыл һайын стритбол ярыштарын ойоштора.
Фото һәм сығанаҡ – https://contenta.info/press_releases/493111#scroll.