+18 °С
Ясна
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
30 Май 2023, 14:27

Эшҡыуарлыҡҡа тотонаһыңмы, йәш кеше?

Күмертауҙа йәш эшҡыуарҙар һәм бухгалтерҙар өсөн оҫталыҡ дәрестәре үтте. #миллипроект #национальныепроекты #нацпроекты #нацпроектыБашкортостан

Эшҡыуарлыҡҡа тотонаһыңмы, йәш кеше?
Эшҡыуарлыҡҡа тотонаһыңмы, йәш кеше?

Күмертауҙа йәш эшҡыуарҙар һәм бухгалтерҙар өсөн оҫталыҡ дәрестәре үтте.

#миллипроект #национальныепроекты #нацпроекты #нацпроектыБашкортостан

 

14 – 25 йәшлектәр өсөн “Хыялдарыңды тормошҡа ашыр” лекцияһы уҡыла. Бында эшҡыуарлыҡ нигеҙҙәре, йәштәр өсөн дәүләт ярҙамы тураһында һөйләнә. Ҡатнашыусылар эшҡыуарлыҡтың төрҙәре, бизнесты теркәү юлдары менән таныша, шулай уҡ проекттар булдырып ҡарай.

Бухгалтерҙар өсөн түңәрәк өҫтәл уҙғарыла. Унда 2023 йылда индерелгән яңылыҡтар тураһында һүҙ бара, һәр кем үҙ тәжрибәһе менән  уртаҡлаша.

“Эшҡыуарлыҡ аҙнаһы” саралары “Кесе һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү” милли проекты сиктәрендә ойошторолдо, тип хәбәр итә Күмертау ҡалаһы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге.

 

Фото һәм сығанаҡ – https://contenta.info/press_releases/479826#scroll.

Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас: