+17 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
30 Май 2023, 13:39

Һаулыҡ һағында улар

Ҡалтасы районы медицина хеҙмәткәрҙәре саф һауала күнегеүҙәр эшләй. #миллипроект #национальныепроекты #нацпроекты #нацпроектыБашкортостан

Һаулыҡ һағында улар
Һаулыҡ һағында улар

Ҡалтасы районы медицина хеҙмәткәрҙәре саф һауала күнегеүҙәр эшләй.

#миллипроект #национальныепроекты #нацпроекты #нацпроектыБашкортостан

 

“Башҡортостан Республикаһында халыҡ сәләмәтлеге көндәре” акцияһының төп маҡсаты – йөрәк-ҡан тамырҙары ауырыуҙарын иҫкәртеү һәм ҡан әйләнеү системаһы сирҙәренән үлеү осраҡтарын кәметеү.  

 “Һаулыҡ һаҡлау” милли проекты сиктәрендә үткән сараны БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығы булышлығында Республика кардиология үҙәге ойоштора.

Акция республикала даими үткәрелеп тора. Был көндәрҙә бөтә медицина ойошмаларында ла асыҡ ишектәр көндәре, сәләмәтлек дәрестәре, спорт саралары үткәрелә, тип хәбәр итә Ҡалтасы районы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге. Шулай уҡ сара сиктәрендә Республика кардиология үҙәгенең “Сәләмәтлек үҙәге” күсмә медицина модуле төрлө төбәктәргә сығып консультациялар үткәрә.

Фото һәм сығанаҡ – https://contenta.info/press_releases/478539#scroll.

Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас: