-3 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
26 Май 2023, 09:38

Веломиҙгел асылды

Стәрлетамаҡта “1000 велосипедсы көнө”ндә өс меңдән ашыу кеше ҡатнаша. Спортсылар Өфө, Салауат, Күмертау, Нефтекама, Сибай, Тольятти, Нефтеюганск, Ырымбур ҡалаларынан, хатта сит илдәрҙән дә килгән. #миллипроект #национальныепроекты #нацпроекты #нацпроектыБашкортостан

Веломиҙгел асылды
Веломиҙгел асылды

Стәрлетамаҡта “1000 велосипедсы көнө”ндә өс меңдән ашыу кеше ҡатнаша. Спортсылар Өфө, Салауат, Күмертау, Нефтекама, Сибай, Тольятти, Нефтеюганск, Ырымбур ҡалаларынан, хатта сит илдәрҙән дә килгән.

#миллипроект #национальныепроекты #нацпроекты #нацпроектыБашкортостан

 

Стәрлетамаҡ ҡалаһы республикала беренселәрҙән булып веломиҙгелде аса.

Велосипедсылар иртән театр-концерт берләшмәһе алдындағы майҙанда йыйыла, велосипедҡа индивидуаль номер ала. Бында төрлө сараларҙа ҡатнашыу мөмкинлеге булдырылған. Ҡала артистары концерт программаһы менән сығыш яһай.

Велоколонна ун саҡрым араны берҙәм үтә. Ленин, Октябрь проспекттары, Хоҙайбирҙин, Ҡаранай Моратов, Коммунистик урамдары аша үтеп, финалға – Салауат Юлаев исемендәге скверға килеп етәләр. Бында иҫтәлеккә фотоға төшөү, концерт ойошторола, велойүгереүҙең Короле менән Королеваһы ла һайлана.

Велойүгереүҙә иң бәләкәс ҡатнашыусыға һигеҙ ай булһа, иң оло спортсыға – 79 йәш.

Хакимиәт башлығы Рөстәм Ғәзизов ҡатнашыусыларға рәхмәтен еткереп, август айында үтәсәк төнгө велойүгереүгә саҡырҙы, тип хәбәр итә Стәрлетамаҡ ҡалаһы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге.

Сара “Демография” милли проектының “Спорт – тормош рәүеше” федераль проекты сиктәрендә ойошторола.

Фото һәм сығанаҡ – https://contenta.info/press_releases/475018#scroll.

Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас: