+14 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
25 Май 2023, 13:51

Көслөләр һәм аҡыллылар

Дәүләкәндә самбо буйынса асыҡ республика турниры үтте. Ул Рәсәйҙең атҡаҙанған тренеры, Дәүләкән ҡалаһында самбо һәм дзюдо көрәше үҫеше өсөн күп көс һалған Валерий Терентьев иҫтәлегенә арналды. #миллипроект #национальныепроекты #нацпроекты #нацпроектыБашкортостан

Көслөләр һәм аҡыллылар
Көслөләр һәм аҡыллылар

Дәүләкәндә самбо буйынса асыҡ республика турниры үтте. Ул Рәсәйҙең атҡаҙанған тренеры, Дәүләкән ҡалаһында самбо һәм дзюдо көрәше үҫеше өсөн күп көс һалған Валерий Терентьев иҫтәлегенә арналды.

#миллипроект #национальныепроекты #нацпроекты #нацпроектыБашкортостан

 

“Демография” милли проектының “Спорт – тормош рәүеше” федераль проекты сиктәрендә ойошторолған сарала  2012 – 2014 йылда тыуған малайҙар ҡатнаша.

1985 йылда Башҡортостандың Мәғариф министрлығы бойороғо менән Балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе асыла. “Самбо-75” мәктәбе эшләү йылдарында йөҙләгән малайҙар һәм ҡыҙҙар юғары һөҙөмтәгә өлгәшкән. 11 донъя чемпионы һәм призеры, утыҙҙан ашыу кеше Бөтә союз һәм Бөтә Рәсәй беренселеге еңеүселәре һәм призеры була.

Ярыштарҙа төрлө райондарҙан 120 спортсы ҡатнаша. Егеттәр ҡыҙыҡлы уйын күрһәтте, тип хәбәр итә Дәүләкән районы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге.

Фото һәм сығанаҡ – https://contenta.info/press_releases/475176#scroll.

Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас: