+22 °С
Болотло
Учалыла йәйге ГТО фестивале үтте.
#миллипроект #национальныепроекты #нацпроекты #нацпроектыБашкортостан
“Таусы” стадионында ойошторолған фестивалдә 140-тан ашыу спортсы ҡатнашты. Улар – 14 ҡала һәм район мәктәбенән йыйылған 10 – 13 йәшлек малайҙар һәм ҡыҙҙар, тип хәбәр итә Учалы ҡалаһы хакимиәтенең йәштәр сәйәсәте, спорт һәм туризм буйынса комитеты.
Йәйге “Хеҙмәткә һәм оборонаға әҙер” Бөтә Рәсәй физкультура-спорт комплексы фестивале “Демография” милли проектының “Спорт – тормош рәүеше” төбәк проекты сиктәрендә үтә.
Фото һәм сығанаҡ – https://contenta.info/press_releases/472930#scroll.