Үҙебеҙҙә үҫтерелгән йәшелсә һәм емеште ҡулланалар.
#миллипроект #национальныепроекты #нацпроекты #нацпроектыБашкортостан
Стәрлетамаҡ ҡалаһы хакимиәте башлығы Рөстәм Ғәзизов “Эшҡыуарлыҡ сәғәте” форматында ҡаланың микропредприятиеларының береһендә булды. Осрашыу “Кесе һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү” милли проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә үтте, тип хәбәр итә хакимиәттең мәғлүмәт-аналитика бүлеге.
“Памир” ойошмаһы 2003 йылдан йәшелсә-емеш эшкәртә, консервалай, компот, һут, повидло һәм башҡа аҙыҡ-түлек етештерә. Барыһы өсөн урында үҫтерелгән йәшелсә һәм емеште ҡулланыла. Әҙер продукцияны күрше өлкәләрҙән дә һорап мөрәжәғәт итәләр.
Предприятиеның ете келәт бинаһы, ике ҙур һыуытҡыс камераһы бар. Әле етәксе етештереү майҙандарын яңыртыу эшенә тотонған. Был етештереү күләмен арттырырға, ассортиметтты киңәйтергә, клиенттарҙы арттырырға мөмкинлек бирә.
Фото һәм сығанаҡ – https://contenta.info/press_releases/475069#scroll.