+1 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
24 Май 2023, 14:36

Изге уйҙа, изге теләктә

Нуриман районында үткән V “Кәкүк сәйе” республика этнофестивале Башҡортостандың иң яҡшы фольклор һәм ижади коллективтарын йыйҙы. #миллипроект #национальныепроекты #нацпроекты #нацпроектыБашкортостан

Изге уйҙа, изге теләктә
Изге уйҙа, изге теләктә

Нуриман районында үткән V “Кәкүк сәйе” республика этнофестивале Башҡортостандың иң яҡшы фольклор һәм ижади коллективтарын йыйҙы.

#миллипроект #национальныепроекты #нацпроекты #нацпроектыБашкортостан

 

Улар иң тәмле сәй әҙерләүҙә, кәкүк костюмы тегеүҙә, кәкүк символы эшләүҙә ярышты, иң яҡшы фольклор коллективы билдәләнде, тип хәбәр итә Нуриман районы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге

Фестиваль барышында шулай уҡ милли уйындар, йыр-бейеү, сәй, бал йәрминкәләре ойошторола. Ҡунаҡтар башҡорт милли ризыҡтары менән һыйлана.

Сара “Мәҙәниәт” милли проектының “Мәҙәни мөхит” федераль проекты сиктәрендә үткәрелә.

– Был байрамды районыбыҙҙа үткәреү матур йолаға әүерелде. Ойоштороусыларға, ҡатнашыусыларға, ҡунаҡтарға рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ, – ти Нуриман районы хакимиәте башлығы Вилдан Ситдиҡов.

Фото һәм сығанаҡ – https://contenta.info/press_releases/474405#scroll.  

Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас: