+29 °С
Ясна
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
23 Май 2023, 13:35

Гүзәл Башҡортостаныбыҙ буйлап

Бөрйән пенсионерҙары Абҙаҡ һауыҡтырыу-спорт комплексына һәм Учалы районындағы Әүлиә шишмәһенә барҙы. #миллипроект #национальныепроекты #нацпроекты #нацпроектыБашкортостан

Гүзәл Башҡортостаныбыҙ буйлап
Гүзәл Башҡортостаныбыҙ буйлап

Бөрйән пенсионерҙары Абҙаҡ һауыҡтырыу-спорт комплексына һәм Учалы районындағы Әүлиә шишмәһенә барҙы.

#миллипроект #национальныепроекты #нацпроекты #нацпроектыБашкортостан

 

 

46 кешенән торған төркөм тауға, зоопаркҡа экскурсия ҡыла.  Абҙаҡ зоопаркы – ҡала ситендә урман зонаһында урынлашҡан берҙән-бер зоопарк, майҙаны буйынса ул иң бәләкәйҙәрҙән.

32 кешелек икенсе төркөм изге Әүлиә шишмәһенә бара. Учалы тарих-тыуған яҡты өйрәнеү музейына ла инәләр.

“Башҡорт оҙон ғүмерлеге. Туризм” программаһы сиктәрендә ойошторолған сара һәр кемдең күңеленә хуш килде, тип хәбәр итә Бөрйән районы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге.

 “Иҫ киткес ял өсөн рәхмәт! Барыһы ла оҡшаны. Көнө лә алдан һөйләшеп ҡуйғандай матур торҙо. Ойоштороусыларға, экскурсоводтарға, оҙатыусыларға, медицина хеҙмәткәрҙәренә, водителгә – һәр береһенә рәхмәт белдерәм, улар беҙҙе балаларҙай ҡарап йөрөнө”, – тип ҡыуанысы менән бүлешә Рәмзилә Бикбулатова.

“Башҡорт оҙон ғүмерлеге. Туризм” программаһы 2020 йылдың сентябренән эшләй. Проектта 55 йәштән өлкән ҡатын-ҡыҙҙар, 60-тан уҙған ир-егеттәр ҡатнаша ала. Программа сиктәрендә республика буйынса йылына бер тапҡыр сәйәхәткә сығырға мөмкин.

Түләүһеҙ программала ҡатнашыу өсөн  долголетие.соцтуризмрб.рф сайтында теркәлергә һәм үҙеңә оҡшаған турҙы һайларға кәрәк.  

Сара “Демография” милли проекты буйынса ойошторола.

Фото һәм сығанаҡ – https://contenta.info/press_releases/473161#scroll.   

Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас: