+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
23 Май 2023, 14:35

Үҙебеҙҙә эшләнгән уйынсыҡтар

Бөрө ҡалаһындағы “Спектр” компанияһы “Хеҙмәт етештереүсәнлеге” милли проектына һәм “Башҡортостан продукты” проектына ҡушылды. Завод балалар уйынсыҡтары, әүҙем ял һәм спорт тауарҙары, балалар ижады өсөн тәғәйенләнгән, канцелярия әйберҙәре етештерә. #миллипроект #национальныепроекты #нацпроекты #нацпроектыБашкортостан

Үҙебеҙҙә эшләнгән уйынсыҡтар
Үҙебеҙҙә эшләнгән уйынсыҡтар

Бөрө ҡалаһындағы “Спектр” компанияһы “Хеҙмәт етештереүсәнлеге” милли проектына һәм “Башҡортостан продукты” проектына ҡушылды.

Завод балалар уйынсыҡтары, әүҙем ял һәм спорт тауарҙары, балалар ижады өсөн тәғәйенләнгән, канцелярия әйберҙәре етештерә.

#миллипроект #национальныепроекты #нацпроекты #нацпроектыБашкортостан

 

Предприятие балалар өсөн уйынсыҡтар етештерә.

– Төбәк компетенциялар үҙәге эксперттары предприятиеға квалификациялы ярҙам күрһәтә. Алға киткән ғорурланырлыҡ компанияларыбыҙ бар. Проект сиктәрендә сараларҙы тормошҡа ашырыуҙа бөтә йүнәлештәр буйынса системалы юлдар күрһәтелә, – тип бүлешә Башҡортостандың иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министры Айрат Фәхретдинов.

“Спектр” компанияһы директоры Андрей Южанин әйтеүенсә, милли проект сиктәрендә етештереү менән идара итеүҙе оптималләштерергә, үҫеш потенциалын табырға ниәтләнәләр.

Ойошма “Башҡортостан продукты” проекты дипломанты ла булды, тип хәбәр итә  БР Иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министрлығының матбуғат хеҙмәте.

Компания 35 йыл дауамында уйынсыҡтар етештереү менән шөғөлләнә. Предприятиела проектлауҙан алып әҙер уйынсыҡты төрөүгә тиклем тулы цикл атҡарыла. Завод ассортиментында – балалар уйынсыҡтары, әүҙем ял һәм спорт тауарҙары, балалар ижады өсөн тәғәйенләнгән, канцелярия әйберҙәре.  

Ойошмала 266 кеше эшләй. Предприятие белем биреү учреждениелары менән хеҙмәттәшлек итә, продукцияһын Өфө ҡалаһы балалар баҡсаларына күмәртәләп тә, берәмтекләп тә һата. Шулай уҡ улар етештергән әйберҙәр Мәскәү, Екатеринбург, Ярославль, Пермь ҡалаларына, Белоруссияға, Ҡаҙағстанға ебәрелә.

Фото һәм сығанаҡ – https://contenta.info/press_releases/471960#scroll.

Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас: