+19 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
22 Май 2023, 09:50

Ижад биләмәһе

Ҡариҙел үҙәк район модель китапханаһында арт-терапия буйынса оҫталыҡ дәрестәре ойошторола. #миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан

Ижад биләмәһе
Ижад биләмәһе

Ҡариҙел үҙәк район модель китапханаһында арт-терапия буйынса оҫталыҡ дәрестәре ойошторола.

#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан

 

 “Мәҙәниәт” милли проекты сиктәрендә булдырылған Ҡариҙел үҙәк район модель китапханаһында нейрографика буйынса “Ижад биләмәһе” оҫталыҡ дәресе үтә.

Арт-терапия шәхесте үҫтерергә, ижади һәләттәрҙе асырға, тойғоларҙы үҫтерергә мөмкинлек бирә, тип һанай китапханасылар.  Нейрографика – психологик бурыстар сисеү барышында донъяны ҡабул итеүҙе биреүҙең ижади формаһы ул. Китапханасылар нейрографика тураһында һөйләне, уның бурыстары һәм принциптары менән таныштырҙы. Сарала ҡатнашыусылар тәүге һүрәттәрен төшөрҙө, тип хәбәр итә Ҡариҙел районы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге.

“Был көндө көтөп алам. Китапханалағы мөхит ижадҡа илһамландыра, кәйефте күтәрә”, – ти сара тураһында 8-се синыф уҡыусыһы Элина Резбаева.

Фото һәм сығанаҡ – https://contenta.info/press_releases/472579#scroll.

Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас: