+18 °С
Ясна
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
22 Май 2023, 08:00

Глумилино биҫтәһендә юл ябыла

Өфөнөң 450 йыллығына ҡарата бында ике урам барлыҡҡа килә. Улар архитектор Рехмуков һәм Муса Гәрәев исемдәрен йөрөтә. #миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан

Глумилино биҫтәһендә юл ябыла
Глумилино биҫтәһендә юл ябыла

Өфөнөң 450 йыллығына ҡарата бында ике урам барлыҡҡа килә. Улар архитектор Рехмуков һәм Муса Гәрәев исемдәрен йөрөтә.

#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан

 

Әле объектта төҙөлөш-монтаж эштәре әүҙем бара. Юлдың бер өлөшөндә 22 майҙан 5 июнгә тиклем автотранспорт өсөн хәрәкәт туҡтатыла.

Архитектор Рехмуков урамының оҙонлоғо –  456,9, Муса Гәрәев урамыныҡы 492,7 метр тәшкил итә. Икеһендә лә икешәр полоса, тротуарҙар эшләү ниәтләнә. Хәрәкәт хәүефһеҙлеген тәьмин итеү маҡсатында юл билдәләре, светофорҙар ҡуйыу, туҡталыштар төҙөү ҡаралған.  

Эштәр “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проекты буйынса тормошҡа ашырыла.

Өфө ҡалаһы хакимиәтенең матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, проектты 2023-2024 йылдарҙа тормошҡа ашырыу планлаштырыла. Архитектор Рехмуков урамын төҙөү өсөн – 114 миллион, Муса Гәрәев урамы өсөн 118 миллион һум аҡса тотонола.

Фото һәм сығанаҡ – https://contenta.info/press_releases/473139#scroll.

Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас: