“Мәҙәниәт” милли проектының “Ижади кешеләр”федераль проекты сиктәрендә китапханасылар белемен камиллаштыра.
#миллипроект #национальныепроекты #нацпроекты #нацпроектыБашкортостан
Быйыл Түбәнге Ҡарыш һәм Иҫке Тимкә ауыл китапханалары хеҙмәткәрҙәре Рида Ғүмәрова менән Рафина Ғәлиханова Санкт-Петербург дәүләт мәҙәниәт институтында “Муниципаль китапхана һәм ҡулланыусылар виртуаль мөхиттә: бәйләнештең көнүҙәк мәсьәләләре” программаһы буйынса квалификация күтәреү курстары үтте, тип хәбәр итә Балтас районы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге.
Китапханалар электрон мөхиттә эшләй, аудитория менән бәйләнештәр булдырыу өсөн был программаның әһәмиәте ҙур. Ҡатнашыусылар сайт, социаль селтәрҙәр алып барыу ысулдарын өйрәнә.
Фото һәм сығанаҡ – https://contenta.info/press_releases/470084#scroll.