+14 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
16 Май 2023, 12:19

Ололар өсөн түләүһеҙ ял

Мәсетле пенсионерҙары “Башҡорт оҙон ғүмерлеге. Туризм” проекты буйынса Өфөлә булып ҡайтты. #миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан

Ололар өсөн түләүһеҙ ял
Ололар өсөн түләүһеҙ ял

Мәсетле пенсионерҙары “Башҡорт оҙон ғүмерлеге. Туризм” проекты буйынса Өфөлә булып ҡайтты.

#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан

 

Социаль проект сиктәрендә сәйәхәт итеү түләүһеҙ. Бөтә сығымдарҙы республика үҙ өҫтөнә ала, туристар тик туҡланыу өсөн генә түләй, тип хәбәр итә Мәсетле районы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге.

Оло йәштәгеләр өсөн әүҙем ял “Демография” һәм “Туризм һәм ҡунаҡсыллыҡ индустрияһы” милли проекттары сиктәрендә ойошторола.

Апрель һәм май айҙарында Мәсетле районынан 768 пенсионер Башҡортостандың баш ҡалаһына бер көнлөк сәйәхәт ҡылған. Улар “Ағиҙел” предприятиеһы һәм Сталин Ампиры буйынса экскурсияла, була, Совет майҙанында Шайморатов һәйкәлен күрә, “Ете ҡыҙ” музыкаль фонтанына, Салауат Юлаев һәйкәленә, Дуҫлыҡ монументына, “Ләлә” мәсетенә һәм башҡа урындарға бара.

Турҙа ҡатнашыусылар күңелле тәьҫораттар менән ҡайта.

Фото һәм сығанаҡ –  https://contenta.info/press_releases/468671#scroll.

Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас: