+24 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
16 Май 2023, 18:59

“Музейҙар төнө”нә рәхим итегеҙ!

Башҡортостан Республикаһының Милли музейы йыл һайын акцияға ҡушыла.  Быйыл музейҙа кинолекторийҙар, видеолекциялар, оҫталыҡ дәрестәре, фотосессиялар ҡаралған. #миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан

“Музейҙар төнө”нә рәхим итегеҙ!
“Музейҙар төнө”нә рәхим итегеҙ!

Башҡортостан Республикаһының Милли музейы йыл һайын акцияға ҡушыла.  Быйыл музейҙа кинолекторийҙар, видеолекциялар, оҫталыҡ дәрестәре, фотосессиялар ҡаралған.

#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан

 

2023 йылда Бөтә Рәсәй акцияһы “Тарих һәм тарихтар” темаһына ойошторола, тип хәбәр итә БР Мәҙәниәт министрлығының матбуғат хеҙмәте.

Был көндә Милли музейҙа “Бер экспонаттың тарихы” акцияһы ла үтә. Һәр кем ойошмаға боронғо әйберҙе бүләк итеп, уның тарихы менән бүлешә ала. Шулай уҡ интеллектуаль уйында ҡатнашып, белемеңде тикшереү мөмкинлеге лә бар.

Билеттарҙы музейҙың сайтында һатып алырға була. “Пушкин картаһы” буйынса ла һатыла. 

Фото һәм сығанаҡ – https://contenta.info/press_releases/468352#scroll.

Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас: