+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
16 Май 2023, 14:05

Эш һөҙөмтәһе арта

Туймазы ҡалаһының “Корона” фабрикаһы “Хеҙмәт етештереүсәнлеге” милли проектына ҡушылды. #миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан

Эш һөҙөмтәһе арта
Эш һөҙөмтәһе арта

Туймазы ҡалаһының “Корона” фабрикаһы “Хеҙмәт етештереүсәнлеге” милли проектына ҡушылды.

#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан

 

“Предприятиеларҙа хеҙмәт етештереүсәнлеген арттырыуға адреслы ярҙам күрһәтеү” федераль һәм төбәк проекттарын Башҡортостан Республикаһында хеҙмәт етештереүсәнлеге өлкәһендә төбәк компетенциялар үҙәге үткәрә.

Туймазы районы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге хәбәр итеүенсә, Төбәк компетенциялар үҙәге эксперттары “Корона” фабрикаһының эш төркөмө менән алты ай буйы етештереү барышындағы “йомшаҡ урындар”ҙы асыҡлай. Проектты тормошҡа ашырыуҙың маҡсаты – предприятиела хеҙмәт етештереүсәнлеген йылына биш процентҡа арттырыуға ирешеү.

Эш төркөмө хеҙмәт етештереүсәнлеген арттырыу мәсьәләләре буйынса махсус тренингтарҙа ҡатнаша. Өфөләге “Процестар фабрикаһы”ның уҡыу-етештереү майҙанына бара, унда ысынбарлыҡтағы етештереү барышында һаҡсыл етештереү инструменттарын ҡулланыу тәжрибәһе менән таныша.  

Юғалтыуҙар кәметелә, предприятиела эш һөҙөмтәһе арта, хәүефһеҙ эш урындары ойошторола, етештереү барышында юғалтыуҙар асыҡлана һәм оптималләштерелә.

Фото һәм сығанаҡ – https://contenta.info/press_releases/467601#scroll.

Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас: