+18 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
12 Май 2023, 09:27

Мул уңыш алырға өмөтләнә

Стәрлебаш районы фермеры  Вадим Кинйәбулатов баҫыуҙарҙы яңыса эшкәртә – дрондар ҡулланырға уйлай. #миллипроект #национальныепроекты #нацпроекты #нацпроектыБашкортостан

Мул уңыш алырға өмөтләнә
Мул уңыш алырға өмөтләнә

Стәрлебаш районы фермеры  Вадим Кинйәбулатов баҫыуҙарҙы яңыса эшкәртә – дрондар ҡулланырға уйлай.

#миллипроект #национальныепроекты #нацпроекты #нацпроектыБашкортостан

 

Баҫыуҙы дрондар ярҙамында эшкәртеү ваҡытты янда ҡалдырыуға булышлыҡ итә, уңыштың мул булыуына өмөттө арттыра, тигән фекерҙә ул.

“Эшҡыуарлыҡ сәғәттәренең” береһендә Вадим Кинйәбулатов эре мөгөҙлө мал өсөн туҡландырыу базаһы төҙөү буйынса инвестиция проектын ҡарауға ғариза биргәйне. Һуңыраҡ эшҡыуарҙың баҫыуҙарҙы дрондар ярҙамында пестицидтар менән эшкәртергә йыйыныуы билдәле булды. Идея күтәреп алынды, әҙерлек эштәре башланды. Беспилотниктар алып, улар менән идара итергә өйрәнеү ҡалды, тип хәбәр итә  Стәрлебаш районы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге.

Йүнселдең проекты хуплау таба, уға ер участогы һайлауҙа ярҙам күрһәтергә, шулай уҡ пилотһыҙ осоу аппараттарын ҡулланыу өсөн рөхсәт алыуҙа булышлыҡ итергә ҡушыла.

“Эшҡыуарлыҡ сәғәте” “Кесе һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү” милли проекты бурыстарын бойомға ашырыу сиктәрендә үткәрелә.

Фото һәм сығанаҡ – https://contenta.info/press_releases/466543#scroll.

Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас: