+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
11 Май 2023, 09:40

Тиҙерәк һауығырға булышлыҡ итә

Кушнаренко үҙәк район дауаханаһына яңы “Элепс” электрохирургия аппараты ҡайтарылды. #миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан

Тиҙерәк һауығырға булышлыҡ итә
Тиҙерәк һауығырға булышлыҡ итә

Кушнаренко үҙәк район дауаханаһына яңы “Элепс” электрохирургия аппараты ҡайтарылды.

#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан

 

Ҡорамал “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының “Беренсел звеноны яңыртыу” программаһын тормошҡа ашырыу сиктәрендә алына.

“Элепс” электрохирургия аппаратын ҡан килеүҙе туҡтатыу, туҡымаларҙы алыу, шештәрҙе белеү өсөн ҡулланырға була. Юғары йышлыҡтағы электр тогында эшләүенең ыңғай яғы – пациент өсөн процедуралар ауырттырмай башҡарыла. Аппаратты ҡулланғанда яралар тиҙерәк төҙәлә, тип хәбәр итә БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте.

Электрохирургия ҡорамалы хирургияла, гинекологияла ҡулланыла.

– Яңы ҡорамалды ҡулланыу, радиотулҡындарҙың антисептик йоғонтоһо һәм туҡымаларға травматик тәьҫирҙең кәмеүе арҡаһында, пациенттарға операциянан һуң тиҙерәк һауығырға булышлыҡ итә, – тип билдәләй үҙәк район дауаханаһының баш табибы Илдар Бакаев.

Фото һәм сығанаҡ – https://contenta.info/press_releases/463657#scroll.

Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас: