+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
11 Май 2023, 08:30

Балалар баҡсаһы быйыл әҙер була

Әбйәлил районы үҙәгендә яңы белем биреү комплексы төҙөлә. #миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан

Балалар баҡсаһы быйыл әҙер була
Балалар баҡсаһы быйыл әҙер була

Әбйәлил районы үҙәгендә яңы белем биреү комплексы төҙөлә.

#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан

 

БР Төҙөлөш һәм архитектура министрлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, комплекс 640 кешелек мәктәптән һәм 160 балаға иҫәпләнгән балалар баҡсаһынан тора. Төҙөүселәр әҙерлек эштәрен тамамлап, буласаҡ балалар баҡсаһының подвал өлөшөн төҙөй башлаған.

Башҡортостандың төҙөлөш һәм архитектура министры вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Ридаль Сәйетов әйтеүенсә, быйыл проекттың беренсе этабын тамамлау – балалар баҡсаһын тапшырыу ҡаралған.

Объектта төҙөлөш эштәре “Демография” милли проекты сиктәрендә тормошҡа ашырыла. Бында әле 57 кеше, ике төҙөлөш техникаһы эшләй.

Белем усағы Асҡар ауылының  “Көнсығыш-1” биҫтәһендә урынлаша. Уның дөйөм майҙаны биш мең квадрат метр тәшкил итә.

Фото һәм сығанаҡ – https://contenta.info/press_releases/465197#scroll.

Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас: