

Архангел районында “Чемпион менән зарядка” үтте.
#миллипроект #нацпроект #нацпроектыРБ #национальныепроектыБашкортостан
Сара “Демография” милли проектының “Спорт – тормош рәүеше” федераль проекты сиктәрендә ойошторола.
Иртәнге зарядкаға мәктәп уҡыусылары, Ауырғазы күп профилле колледжы филиалы студенттары сыҡты, тип хәбәр итә Архангел районы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге.
Күнекмәләрҙе Башҡортостан Республикаһының Волейбол федерацияһы башҡарма директоры, “Урал” волейбол командаһы составында Рәсәй Чемпионаты еңеүсеһе булған Сергей Кирпичников үткәрә. Шулай уҡ профессиональ спортсылар, республика һәм ил кимәлендә еңеүселәр ҙә ҡушыла. Дәртле көй ыңғайына ҡатнашыусылар ябай, әммә файҙалы күнекмәләр башҡара. Барыһының да кәйефе көр, ыңғай.
Республиканың триатлон буйынса йыйылма командаһы ағзаһы Владимир Алешин спорт сараһына 45 саҡрым ерҙе велосипедта килгән. “Арыманығыҙмы?” – тигән һорауға ул: “Бөтөнләй арыманым, тағы ла ошо юл менән ҡайтаһым бар. Был юлды Асыла үтәсәк еңел атлетика буйынса кросҡа әҙерлек тип ҡабул итәм. Сара яҡшы кәйеф бүләк итте”, – тип яуап бирә.
Фото һәм сығанаҡ – https://contenta.info/press_releases/461390#scroll.