-2 °С
Ясно
Милли проекттар
4 Мая 2023, 03:30

Китапхана яңыра

Яңы компьютерҙар, принтерҙар, ноутбуктар китап фондынан да, аудио һәм видео контенттан да, электрон ресурстарҙан да белем алырға мөмкинлек бирә. #миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан

Добавить в предпочтительные источники Google
Китапхана яңыраКитапхана яңыра
Китапхана яңыра

Яңы компьютерҙар, принтерҙар, ноутбуктар китап фондынан да, аудио һәм видео контенттан да, электрон ресурстарҙан да белем алырға мөмкинлек бирә.

#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан

 

Ишембай үҙәк китапханаһына яңы техника ҡайта. Заманса китапхана интерактив мәғлүмәт-белем биреү урынына әүерелә. Унда яңы һанлы технологиялар ҡулланыу “Мәҙәниәт” милли проекты маҡсаттарына ла тап килә, тип хәбәр итә Ишембай районы хакимиәтенең мәҙәниәт бүлеге.

“Бик шатбыҙ. Яңы техника менән эшләү күңелле. Хәҙерге заманда компьютерһыҙ бер эште лә күҙ алдына килтереп булмай. Яңы йыһаз уҡыусыларыбыҙға киң белем алырға мөмкинлек бирер, тип өмөт итәбеҙ”, – ти Электрон уҡыу залы мөдире Ирина Гусева.

 “Яңы компьютер ярҙамында  электрон китапханала мәғлүмәт табыу уңайлыраҡ. Документтарымды ла яңы принтерҙа төҫлө итеп сығарып бирҙеләр”, – тип ҡыуанысы менән бүлешә китапхананың даими уҡыусыһы.

 Фото һәм сығанаҡ –  https://contenta.info/press_releases/460652#scroll.

Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас