+1 °С
Облачно
Милли проекттар
28 Апреля 2023, 03:30

Академик музыкаль сәнғәт өлгөләре менән һәр кем таныша ала

Башҡортостанда быйыл дүрт виртуаль концерт залы асыла. #миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан

Добавить в предпочтительные источники Google
Академик музыкаль сәнғәт өлгөләре  менән һәр кем таныша алаАкадемик музыкаль сәнғәт өлгөләре  менән һәр кем таныша ала
Академик музыкаль сәнғәт өлгөләре менән һәр кем таныша ала

Башҡортостанда быйыл дүрт виртуаль концерт залы асыла.

#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан

 

Был маҡсатта 5,6 миллион һум аҡса йүнәлтелә. Яңы виртуаль концерт залдары Күмертау, Салауат ҡалалары модель китапханаларында, Благовещен районы мәҙәни үҫеш үҙәгендә, Башҡортостан  Республикаһының Милли симфоник оркестрында барлыҡҡа килеүе көтөлә, тип хәбәр итә  БР Мәҙәниәт министрлығының матбуғат хеҙмәте.

Башҡортостандың мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова билдәләүенсә, 2019 йылдан алып модель китапханалар һәм виртуаль концерт залдары булдырыу өсөн федераль ҡаҙнанан барыһы 130 миллион һум аҡса йәлеп ителгән.

Виртуаль концерт залы – Рәсәй Мәҙәниәт министрлығының “Мәҙәниәт” милли проекты сиктәрендә бойомға ашырылған ҙур проекты. Ул академик музыкаль сәнғәт өлгөләре менән һәр кем таныша алһын өсөн булдырылған. Проект сиктәрендә Рәсәй ҡалаларында залдарҙы заманса техник ҡорамалдар менән йыһазландырыу ҡаралған.

Фото һәм сығанаҡ – https://contenta.info/press_releases/455795#scroll.

Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас