+1 °С
Ясно
Милли проекттар
27 Апреля 2023, 03:10

“Тиҙ экспорт ярҙамы” – Күмертау ҡалаһында

“Бурысыбыҙ – эшҡыуарҙарға сит ил баҙарына сығырға ярҙам итеү һәм экспорттың географияһын киңәйтеү”, – ти Башҡортостандың тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм конгресс эшмәкәрлеге министры Маргарита Болычева. #миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан

Добавить в предпочтительные источники Google
“Тиҙ экспорт ярҙамы” – Күмертау ҡалаһында“Тиҙ экспорт ярҙамы” – Күмертау ҡалаһында
“Тиҙ экспорт ярҙамы” – Күмертау ҡалаһында

“Бурысыбыҙ – эшҡыуарҙарға сит ил баҙарына сығырға ярҙам итеү һәм экспорттың географияһын киңәйтеү”, – ти Башҡортостандың тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм конгресс эшмәкәрлеге министры Маргарита Болычева.

#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан

 

Эш төркөмө “Белсорб Групп”, “Кумполимер”,  “НПП Магнит” яуаплылығы сикләнгән ойошмаларында, шәхси эшҡыуар Азамат Юлдыбаевта булды, тип хәбәр итә БР Тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм конгресс эшмәкәрлеге министрлығының матбуғат хеҙмәте. Осрашыу барышында эксперттар эшҡыуарҙарға төбәк һәм федераль ярҙам саралары тураһында һөйләй, уларҙы ҡыҙыҡһындырған һорауҙарға яуап бирә.

Сара “Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” милли проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә ойошторола. 2021 йылдың февраленән алып 2023 йылдың апреленә тиклем проект сиктәрендә мобиль бригада 80 урынға барып, 266 компания менән осрашҡан.

“Тиҙ экспорт ярҙамы”на ғаризаны exportcenter@bashkortostan.ru электрон почтаһы йәки  7 347 246 89 28,  7 917 423 22 93 телефондары аша ҡалдырырға мөмкин.

Фото һәм сығанаҡ – https://contenta.info/press_releases/455561#scroll.

Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас