-3 °С
Облачно
Милли проекттар
26 Апреля 2023, 14:46

Киләсәге өмөтлө

Ҡариҙел районы Абыҙ ауылы фермеры Азат Имаметдинов бала саҡтан аттар ярата. #миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан

Добавить в предпочтительные источники Google
Киләсәге өмөтлөКиләсәге өмөтлө
Киләсәге өмөтлө

Ҡариҙел районы Абыҙ ауылы фермеры Азат Имаметдинов бала саҡтан аттар ярата.

#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан

 

 “Агростартап” программаһы “Кесе һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү” милли проекты сиктәрендә тормошҡа ашырыла.

2023 йылда Азат Имаметдинов “Агростартап” программаһында ҡатнашырға теләй. Грант аҡсаһына ул башҡорт тоҡомло 30 баш йылҡы малы, трактор һәм башҡа техника алырға ниәтләй. Әле фермерҙың 800 квадрат метр майҙанлы фермаһы, 773 гектар ере бар, тип хәбәр итә Ҡариҙел районы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге.

“Эшҡыуарҙар фермер хужалығы булдырырға ашҡынып бармай, был эште артыҡ сығымлы һәм аҙ килемле тип уйлайҙар. Фермер хужалығын алып барыуҙы бөгөн йүнселлектең иң перспективалы йүнәлештәренең береһе, тип һанайым. Беренсенән, иттең хаҡы юғары, икенсенән, вегетарианецтар беҙҙең илдә аҙ. Был продукцияға һорау булыр һәм етештереүсе килемһеҙ ҡалмаҫ. Әлбиттә, фермерлыҡтың бындай төрө ҙур сығымдар талап итә. Эштәрҙе дөрөҫ алып барғанда, һалған аҡсаны дүрт-биш йылда ҡайтарып булыр”, – ти Азат Имаметдинов.

Фото һәм сығанаҡ – https://contenta.info/press_releases/455618#scroll.

Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас