+7 °С
Облачно
Милли проекттар
25 Апреля 2023, 12:34

Тәүәккәллек – уңыш нигеҙе

Стәрлебаш районы эшҡыуары Ильвер Хәбибуллин көнбағыш майы етештерә. #миллипроект #национальныепроекты #нацпроекты #нацпроектыБашкортостан

Добавить в предпочтительные источники Google
Тәүәккәллек – уңыш нигеҙеТәүәккәллек – уңыш нигеҙе
Тәүәккәллек – уңыш нигеҙе

Стәрлебаш районы эшҡыуары Ильвер Хәбибуллин көнбағыш майы етештерә.

#миллипроект #национальныепроекты #нацпроекты #нацпроектыБашкортостан

 

2021 йылда Ильвер Хәбибуллин элекке май һығыу цехын һатып ала. Уны йүнәтә, кәрәкле йыһаздар һатып ала. Сеймал алырға аҡсаһы етмәй. Үткән йылда ул район хакимиәтендә үткән “Эшҡыуарлыҡ сәғәте”нә мөрәжәғәт итә. Эшҡыуарға кесе һәм урта эшҡыуарлыҡты үҫтереү һәм булышлыҡ итеү буйынса муниципаль программала ҡатнашырға тәҡдим ителде, тип хәбәр итә Стәрлебаш районы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге.

Ильвер Хәбибуллинға сеймал алыуға сығымын ҡаплауға субсидия бирелә. Бөгөн уның предприятиеһы етештергән майға урындағы халыҡ араһында һорау ҙур. Тиҙҙән ул “Продукт Башкортостана” билдәһен алырға йыйына, был продукцияға республика буйынса магазиндарға сығарырға мөмкинлек бирәсәк.

“Кесе һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү” милли проекты сиктәрендә ойошторолған  “Эшҡыуарлыҡ сәғәте”ндә ҡатнашыу өсөн Башҡортостан Республикаһының инвестиция порталында ғариза ҡалдырырға кәрәк. Шулай уҡ урындағы бизнес-шерифтарға мөрәжәғәт итергә мөмкин.

Фото һәм сығанаҡ – https://contenta.info/press_releases/447606#scroll.

Тәүәккәллек – уңыш нигеҙе
Тәүәккәллек – уңыш нигеҙе
Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас