+4 °С
Облачно
Милли проекттар
18 Апреля 2023, 08:27

“Хәүефһеҙ сифатлы юлдар” милли проекты буйынса дүрт йылда 1328 саҡрым юл нормаға килтерелгән

Был эштәргә 34,8 миллиард һум аҡса (18 миллиард һумы – федераль ҡаҙнанан) йүнәлтелгән. #миллипроект #национальныепроекты #нацпроекты #нацпроектыБашкортостан

Добавить в предпочтительные источники Google
“Хәүефһеҙ сифатлы юлдар” милли проекты буйынса дүрт йылда 1328 саҡрым юл нормаға килтерелгән“Хәүефһеҙ сифатлы юлдар” милли проекты буйынса дүрт йылда 1328 саҡрым юл нормаға килтерелгән
“Хәүефһеҙ сифатлы юлдар” милли проекты буйынса дүрт йылда 1328 саҡрым юл нормаға килтерелгән

Был эштәргә 34,8 миллиард һум аҡса (18 миллиард һумы – федераль ҡаҙнанан) йүнәлтелгән.

#миллипроект #национальныепроекты #нацпроекты #нацпроектыБашкортостан

 

– Эштәр Ҡырмыҫҡалы, Кушнарен, Өфө, Благовещен, Шишмә, Иглин, Ишембай, Стәрлетамаҡ райондарында, Өфө, Стәрлетамаҡ, Ишембай, Салауат ҡалаларында үткәрелде, – ти Башҡортостандың транспорт һәм юл хужалығы министры Александр Клебанов.

2023 йылда ла эштәр дауам итә. Быйыл Башҡортостанда 200 километрҙан ашыу юл, биш күпер ремонтлау планлаштырыла, тип хәбәр итә БР Транспорт һәм юл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәте. “Хәүефһеҙ сифатлы юлдар” милли проектын тормошҡа ашырыуға туғыҙ миллиард һум аҡса йүнәлтеү ҡаралған.

Фото һәм сығанаҡ – https://contenta.info/press_releases/444550#scroll.

Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас