

Өфөлә С. Т. Аксаков исемендәге баҡсала төҙөкләндереү эштәре башланды.
#миллипроект #национальныепроекты #нацпроекты #нацпроектыБашкортостан
Баҡса биләмәһе йүнәтеү эштәре аҙағына тиклем ябыла.
Төҙөкләндереү “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проектының “Уңайлы ҡала мөхите булдырыу” федераль программаһы сиктәрендә бойомға ашырыла. Килешеүҙәр март айында төҙөлдө, эштәр сентябрь аҙағында тамамлана, тип хәбәр итә Өфө ҡалаһы хакимиәтенең матбуғат хеҙмәте.
Бында тарихи аллея, әҙәби ҡунаҡхана, балалар майҙансығы барлыҡҡа килә, күл буйы төҙөкләндерелә. Яҡтылыҡ системаһы яңыртыла, юл япмалары алмаштырыла, ҡартайған ағастар урынына ҙур ағастар ултыртыла. Сергей Тимофеевич Аксаковтың бала сағында, яҡынса 1834 йылда ултыртылған ҡарағас тарихи ҡиммәткә эйә. Уны яҡтыртып, мәғлүмәти табличка ҡуйыу ҡаралған.
“Ал сәскә” металл композицияһы ла яңыртыла. Төрлө саралар үткәреү урыны эшләү ҙә планлаштырыла.
Пушкин урамынан ингән яҡта тарихи ҡапҡалар һаҡлана, ә Яңы күпер урамынан инеү ере яңыртыла.
Фото һәм сығанаҡ – https://contenta.info/press_releases/438601#scroll.