-3 °С
Облачно
Милли проекттар
13 Апреля 2023, 07:00

Сәләмәтлек – үҙ ҡулыбыҙҙа

Ҡалтасы районында йөҙҙән ашыу кеше иртәнге зарядкаға сыҡты. #миллипроект #национальныепроекты #нацпроекты #нацпроектыБашкортостан

Добавить в предпочтительные источники Google
Сәләмәтлек – үҙ ҡулыбыҙҙаСәләмәтлек – үҙ ҡулыбыҙҙа
Сәләмәтлек – үҙ ҡулыбыҙҙа

Ҡалтасы районында йөҙҙән ашыу кеше иртәнге зарядкаға сыҡты.

#миллипроект #национальныепроекты #нацпроекты #нацпроектыБашкортостан

 

Сәләмәт тормош рәүешен яратҡан йөҙҙән ашыу кеше был көндө физик әүҙемлектән башланы. Күнекмәләргә иң бәләкәстәр ҙә – “Ҡояшҡай” балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүселәре лә ҡушылды.

“Физик күнекмәләрҙе һәр кемгә башҡарыу кәрәк, әүҙемлек организмды нығыта. Дөрөҫ туҡланып, йоҡоғоҙ туйғансы йоҡлаһағыҙ, һаулығығыҙ яҡшы булыр”, – ти физик культура уҡытыусыһы Зинфира Бронникова.

“Демография” милли проектының “Спорт – тормош рәүеше” федераль проекты сиктәрендә районда күп спорт саралары үтә. Әлеге зарядка “Сәләмәт бул!” Бөтә Рәсәй акцияһы сиктәрендә ойошторолдо. Бындай сараларҙа халыҡ теләп ҡатнаша, тип хәбәр итә  Ҡалтасы районы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге.

Фото һәм сығанаҡ – https://contenta.info/press_releases/441661#scroll.

Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас