+12 °С
Облачно
Милли проекттар
6 Апреля 2023, 11:14

Уҡыуҙар түләүһеҙ

Башҡортостанда 2023 йылда меңдән ашыу эшҡыуар белем биреү һәм акселерация программаларында ҡатнашҡан. #миллипроект #национальныепроекты #нацпроекты #нацпроектыБашкортостан

Добавить в предпочтительные источники Google
Уҡыуҙар түләүһеҙУҡыуҙар түләүһеҙ
Уҡыуҙар түләүһеҙ

Башҡортостанда 2023 йылда меңдән ашыу эшҡыуар белем биреү һәм акселерация программаларында ҡатнашҡан.

#миллипроект #национальныепроекты #нацпроекты #нацпроектыБашкортостан

 

Үткән йылда “Минең бизнесым” үҙәге бизнес асыу һәм алып барыу һорауҙары буйынса ун дүрт белем биреү һәм акселерация программаһы үткәргән. Уларҙа меңдән ашыу эшҡыуар, үҙмәшғүл, шулай уҡ үҙ эшен асырға теләгән кеше ҡатнашҡан. Дәрестәр түләүһеҙ үткәрелә, “Кесе һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү” милли проекты буйынса ойошторола.

1 апрелдә “Йәштәр эшҡыуарлығы” программаһы буйынса уҡыуҙың беренсе өлөшө үтте. Тиҙҙән “Социаль эшҡыуарлыҡҡа инеш” программаһы башлана, тип хәбәр итә БР Эшҡыуарлыҡ һәм туризм министрлығының матбуғат хеҙмәте.

“Минең бизнесым” үҙәге башҡа программалар буйынса ла белем биреүен дауам итә. Бөтә программалар буйынса мәғлүмәтте https://cmbrb.ru/  сайтында, шулай уҡ +7(347) 224-99-99 телефоны буйынса белешергә мөмкин.

Фото һәм сығанаҡ – https://contenta.info/press_releases/439001#scroll

Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас