

Өфөлә “Хәүефһеҙ сифатлы юлдар” милли проекты сиктәрендә юл төҙөү һәм ремонтлау миҙгеле алданыраҡ башланды.
#миллипроект #национальныепроекты #нацпроекты #нацпроектыБашкортостан
Өфө ҡала хакимиәтенең матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, көндәрҙең ҡоро тороуы ла быға булышлыҡ итә.
Тәүге объекттарҙың береһе – Орджоникидзе районында урынлашҡан Лев Толстой урамы. Бында эштәрҙе 5 апрелдә башлау ҡаралған. Объекттың дөйөм оҙонлоғо 730 метр тәшкил итә. Әҙерлек эштәре, фрезерлау ваҡытында автотранспорт хәрәкәте яртылаш сикләнә, ә асфальтты тигеҙләү осоронда тулыһынса ябылып тора. Йүнәтеү эштәре 2023 йылдың 15 сентябренә тиклем дауам итә.
Быйыл милли проект сиктәрендә Башҡортостандың баш ҡалаһында Галле ҡалаһы исемендәге, Демьян Бедный, Менделеев, Рига, Шәфиев урамдарында ремонт үткәреү ниәт ителгән.
Фото һәм сығанаҡ – https://contenta.info/press_releases/438227#scroll.