

Нуриман районының Павловка ауылы мәктәбендә “Күңел һәм өй йылыһы” гуманитар акцияһы ойошторолдо.
#миллипроект #национальныепроекты #нацпроекты #нацпроектыБашкортостан
Акция “Мәғариф” милли проектының “Патриотик тәрбиә биреү” федераль проекты сиктәрендә үтте. Уны “Туҡланыу үҙәге” предприятиеһы Ынйы Әхмәҙуллина ойошторҙо, тип хәбәр итә Нуриман районы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге.
Акция барышында егерме килограмм ҡуллама әҙерләнә. Сарала мәғариф идаралығы хеҙмәткәрҙәре, мәктәп коллективы, ашнаҡсылар, “Ағинәйҙәр” ойошмаһы, уҡыусылар ҡатнаша. Ағинәйҙәр шулай уҡ ҡулъяулыҡтар сигә, ә уҡыусылар хаттар яҙа.
“Милли ризыҡтарыбыҙ аша беҙҙе һаҡлаусыларға йөрәгебеҙҙең, ҡулыбыҙҙың йылыһы барып етһен”, – ти ашнаҡсылар.
“Доғаларыбыҙҙы уҡып, изге теләктәребеҙҙе теләп посылкалар әҙерләнек. Һалдаттарыбыҙ еңеп, тиҙ арала иҫән-һау ҡайтып етһендәр”, – ти “Ағинәйҙәр” ойошмаһы етәксеһе Зөһрә Аҡдәүләтова.
Гуманитар акция тағы ла 11 районда, Стәрлетамаҡ ҡалаһында үтеүе көтөлә. “Туҡланыу үҙәге” ойошмаһы һалдаттарға 250 килограмм ҡуллама ебәрергә иҫәп тота.
Фото һәм сығанаҡ – https://contenta.info/press_releases/437719#scroll