

Башҡортостандың Финанс министрлығы хәбәр итеүенсә, быйыл балалар туризмын үҫтереүгә федераль ҡаҙнанан 188,7 миллион һум аҡса бүленгән. Республика бюджетынан да 75,5 миллион һум аҡса йүнәлтелә. Былар барыһы 5 – 9 синыфтарҙа белем алған 37743 уҡыусыға ярҙам күрһәтергә мөмкинлек бирә.
#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан
– Сараларҙың социаль әһәмиәтенән тыш, уларҙы тормошҡа ашырыу туризм индустрияһы өлкәһендә эшләгән кесе һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттарына ярҙам итергә мөмкинлек бирә. Был республикала туризмды үҫтереү өсөн уңайлы шарттар булдыра, – ти Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары – БР финанс министры Лира Иғтисамова.
БР Эшҡыуарлыҡ һәм туризм министрлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, 2022 йылдан алып республика “Туризм һәм ҡунаҡсыллыҡ индустрияһы” милли проекты сиктәрендә “Социаль өлкәлә дәүләт (муниципаль) хеҙмәт күрһәтеүгә дәүләт (муниципаль) социаль заказ тураһында” федераль законды тормошҡа ашырыуҙа әүҙем ҡатнаша.
– 2022 йылда Башҡортостан мәктәп туризмы программаһын тормошҡа ашырған 18 пилот төбәге иҫәбенә инде. Проект ҙур һорау менән файҙалана, балалар ҙа, ата-әсәләр ҙә, педагогтар ҙа уны юғары баһалай. 2023 йылда программала ҡатнашыусылар һаны республикала өс тапҡырға арттырылды, балалар өсөн яңы ҡыҙыҡлы маршруттар һәм экскурсиялар эшләнде, – тип билдәләй Башҡортостандың эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры Рөстәм Афзалов.
Үткән йылда был сараларҙы тормошҡа ашырыуға 77,7 миллион һум аҡса бүленгән, уларҙа 11106 уҡыусы ҡатнашҡан. Федераль талаптарға ярашлы, экскурсия турының хаҡы бер кешегә ете мең һумдан да кәм түгел, турҙың ваҡыты 24 сәғәттән дә аҙыраҡ булмаҫҡа тейеш.
Мәктәп туризмы программаһы буйынса өҫтәмә мәғлүмәт менән +7 (347) 218-17-20 телефоны аша танышырға мөмкин.
Фото һәм сығанаҡ – https://contenta.info/press_releases/435420#scroll.