

Мобиль павильон һөт ризыҡтарын һаҡлау өсөн кәрәкле әйберҙәр менән йыһазландырылған.
#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан
Быға тиклем льготалы категорияға ҡараған 256 кеше түләүһеҙ һөт продукцияһын алыу өсөн дәүләт аптекаһына йөрөгән. Хәҙер һөт, йогурт, эремсек кеүек ризыҡтарҙы теләгән һәр кем һатып алыу мөмкинлегенә эйә, тип хәбәр итә Асҡын районы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге.
Асҡындағы фирма таратыу пункты республикала алтмышынсы пункт булып тора. Бындай яңы форматтағыһы иһә әлегә Мишкә районында ғына бар, тиҙҙән тағы ла Кушнаренко, Үрге Тәтешле, Ҡариҙел, Иҫке Балтас ауылдарында асылыуы көтөлә. “Һөт кухняһы” таратыу пункттары “Демография” милли проекты сиктәрендә асыла.
Яңы пункт Совет урамы, 4/2-се йортта урынлашҡан. Тулыраҡ мәғлүмәтте https://milkrb.ru/ һылтанмаһы буйынса “Һөт кухняһы” сайтында табырға мөмкин. Һорауҙар менән 8(347)2465501 телефонына мөрәжәғәт итергә була.
Фото һәм сығанаҡ – https://contenta.info/press_releases/435626#scroll.