+6 °С
Облачно
Милли проекттар
29 Марта 2023, 10:11

Кушнаренко ауылында поликлиника төҙөлә башланы

Ул заманса ҡорамалдар менән йыһазландырыла. #миллипроект #национальныепроекты #нацпроекты #нацпроектыБашкортостан

Добавить в предпочтительные источники Google
Кушнаренко ауылында поликлиника төҙөлә башланыКушнаренко ауылында поликлиника төҙөлә башланы
Кушнаренко ауылында поликлиника төҙөлә башланы

Ул заманса ҡорамалдар менән йыһазландырыла.

#миллипроект #национальныепроекты #нацпроекты #нацпроектыБашкортостан

 

Яңы поликлиника сменаһына 320 кешене ҡабул итеүгә иҫәпләнә.  

БР Төҙөлөш һәм архитектура министрлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, объекттың дөйөм майҙаны биш мең квадрат метр тәшкил итә. Төҙөлөш-монтаж эштәренә дәүләт килешеүе ғинуарҙа төҙөлгән. Подрядсы әҙерлек эштәрен башлаған да инде.

Өс ҡатлы яңы поликлиника заманса ҡорамалдар менән йыһазландырыла. Төҙөлөштө 2024 йылдың октябрь айында тамамлау күҙаллана.

Поликлиника “Һаулыҡ һаҡлау” милли проекты буйынса төҙөлә.

 “2023 йылда Башҡортостан Республикаһында социаль-мәҙәни өлкәлә 18 мөһим объектта төҙөлөш эштәре ҡаралған”, – тип билдәләй Башҡортостандың  төҙөлөш һәм архитектура министры урынбаҫары Артем Ковшов.

Фото һәм сығанаҡ – https://contenta.info/press_releases/425269#scroll.

Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас