+13 °С
Ясно
Милли проекттар
27 Марта 2023, 10:58

Афарин, бәләкәстәр!

Нефтекама ҡалаһында беренсе синыф уҡыусылары ГТО нормативтары тапшыра. #миллипроект #национальныепроекты #нацпроекты #нацпроектыБашкортостан

Афарин, бәләкәстәр!Афарин, бәләкәстәр!
Афарин, бәләкәстәр!

Нефтекама ҡалаһында беренсе синыф уҡыусылары ГТО нормативтары тапшыра.

#миллипроект #национальныепроекты #нацпроекты #нацпроектыБашкортостан

  

550 беренсе класс уҡыусыһы “Торпедо” стадионында йыйылды, тип хәбәр итә Нефтекама ҡалаһы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге.

6 – 8 йәшлек балалар, бәләкәс булыуына ҡарамай, норматив тапшырыуҙа ҡыҙыҡһынып ҡатнаша. Улар уҡыу йылы башынан уҡ әҙерләнгән. Физкультура дәресендә йүгереү, һикереү һәм башҡа күнекмәләр үткәргән. Тырышлыҡтары бушҡа китмәгән, барыһы ла лайыҡлы сығыш яһаған.

“Спорт һаулыҡ өсөн бик мөһим. Беҙҙең спортзалыбыҙ, ундағы инвентарь бик яҡшы. Спорт мине ныҡлы, түҙемле, сос һәм етеҙ булырға өйрәтә”, – ти беренсе класс уҡыусыһы Радмир Заһиҙуллин.

 “Хеҙмәткә һәм оборонаға әҙер” (ГТО) Бөтә Рәсәй физкультура-спорт комплексы нормативтарын тапшырыу сараһы  “Демография” милли проекты сиктәрендә ойошторола.

 

Фото һәм сығанаҡ – https://contenta.info/press_releases/426218#scroll.

Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас