+17 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
24 Март 2023, 14:05

Хәйбулла ҡыҙҙары егәрле

Район хакимиәтендә үткән “Эшҡыуарлыҡ сәғәте”ндә  дүрт гүзәл заттың инвестиция проекты ҡаралды. Улар төрлө өлкәлә эш асырға йыйына. #миллипроект #национальныепроекты #нацпроекты #нацпроектыБашкортостан

Хәйбулла ҡыҙҙары егәрле
Хәйбулла ҡыҙҙары егәрле

Район хакимиәтендә үткән “Эшҡыуарлыҡ сәғәте”ндә  дүрт гүзәл заттың инвестиция проекты ҡаралды. Улар төрлө өлкәлә эш асырға йыйына.

#миллипроект #национальныепроекты #нацпроекты #нацпроектыБашкортостан

 

Айһылыу Аширова үҙмәшғүл булараҡ эш башларға уйлай. Торт һәм кондитер ризыҡтары бешерергә теләгән күп балалы әсәйгә эш башлар өсөн ҡоролмалар етмәй, шуға ла бизнес планы төҙөп, адреслы социаль ярҙам алыу өсөн мәшғүллек үҙәгенә мөрәжәғәт иткән.

Юлиә Зәйнәғәбдинова тормош иптәше менән бергә 2017 йылдан алып байрамдарҙы, төрлө сараларҙы биҙәй. Ире техник яҡтан булышһа, Юлиә композициялар, фигуралар төҙөй. Эштәрен еренә еткереп атҡарғас, уларға мөрәжәғәт итеүселәр ҙә күп. Барыһына ла өлгөрөр өсөн ваҡыттары етмәй, сөнки ҡайһы бер эштәрҙе ҡул менән башҡарырға тура килә. Махсус станоктар алғанда, эш еңеләйер ине, ти улар.

Бүребайҙан Эльза Середкина өйөндә кейем ремонты менән шөғөлләнә, шулай уҡ балалар пальтоһы, пижама, күлдәктәр тегә. Әле үҙмәшғүл булараҡ эшләй, киләсәктә шәхси эшҡыуар булып теркәлергә ниәтләй.

Аҡъярҙа йәшәгән Әлфиә Шайлина йомортҡа етештереү өсөн тауыҡтар үрсетеү проекты менән таныштыра. Ҡош-ҡорт үрсетеү хужалығында эшләп тәжрибә туплаған, шуға был бизнесты алып барыуҙың нескәлектәре менән таныш. Эшен кросс тоҡомло тауыҡтар һәм инкубация ҡоролмалары һатып алыуҙан башларға йыйына. Әле адреслы социаль ярҙам алыу өсөн документтарын тапшырған.  

Хәйбулла районы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге хәбәр итеүенсә, проекттарҙың һәр береһенә лә тормошҡа ашырыу өсөн булышлыҡ итеү ҡарала.

Фото һәм сығанаҡ – https://contenta.info/press_releases/425967#scroll.

Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас: