+29 °С
Ясна
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
23 Март 2023, 09:10

Түҙемһеҙләнеп көтәләр

Өфөнөң Затон биҫтәһендә урынлашҡан 9-сы ҡала дауаханаһы поликлиникаһында дөйөм төҙөлөш эштәре тамамланған. #миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан

Түҙемһеҙләнеп көтәләр
Түҙемһеҙләнеп көтәләр

Өфөнөң Затон биҫтәһендә урынлашҡан 9-сы ҡала дауаханаһы поликлиникаһында дөйөм төҙөлөш эштәре тамамланған.

#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан

 

Төҙөлөш өсөн “Һаулыҡ һаҡлау” милли пректының “Беренсел звеноны модернизациялау” программаһы буйынса аҡса бүленгән.

Яңы поликлиниканың төҙөлөп бөтөүен Затон биҫтәһендә йәшәүселәр генә түгел, Өфө районы халҡы ла түҙемһеҙләнеп көтә, тип хәбәр итә Өфө ҡалаһы хакимиәтенең матбуғат хеҙмәте.

Поликлиника сменаһына 900 кешене ҡабул итеүгә иҫәпләнгән. Физиотерапия, стоматология  бүлектәре, функциональ диагностика, эндоскопия кабинеттары, инфекция блогы, клиник-диагностик лаборатория ла бар. Биләмәһендә 20 автомобиль ҡуйыу урыны ла була.

Әле бинана асылыу өсөн әҙерлек эштәре бара, мебель, кәрәкле йыһаздар ҡуйыла.

Фото һәм сығанаҡ – https://contenta.info/press_releases/427616#scroll.

Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас: