+17 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
23 Март 2023, 08:30

Экспорт арта

Үткән йылда Башҡортостандан Монголияға экспорт күләме 2021 йылға ҡарағанда  50,3 процентҡа артҡан. #миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан

Экспорт арта
Экспорт арта

Үткән йылда Башҡортостандан Монголияға экспорт күләме 2021 йылға ҡарағанда  50,3 процентҡа артҡан.

#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан

 

Былтыр Монголияға минераль продукция, таш һәм гипс изделиелары, химия сәнәғәте әйберҙәре, аҙыҡ-түлек һәм ағас ебәрелгән.

“Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” милли проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә БР Тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм конгресс эшмәкәрлеге министрлығы төбәк Экспортҡа булышлыҡ итеү үҙәге  менән берлектә күп тармаҡлы бизнес-миссия ойошторған. Компаниялар Монголияның профилле предприятиеларына бара, эшлекле осрашыуҙар үткәрә.

Бынан тыш, республиканың тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм конгресс эшмәкәрлеге министрының беренсе урынбаҫары  Лена Изотова менән Монголияның Рәсәй менән хеҙмәттәшлек буйынса эшлекле советының башҡарма комитеты Энэбиш Оюунтэгштың осрашыуы үтә. Һөҙөмтәлә Башҡортостан һәм Монголия араһында логистик маршруттар ойоштороу буйынса килешеүҙәр төҙөлә.

Фото һәм сығанаҡ – https://contenta.info/press_releases/428161#scroll.

Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас: